+22 °С
Ямғыр


Алдағы тәүлектә Башҡортостанда температура -28 градусҡаса түбәнәйә.
Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итте.
22 ғинуарға ҡарай төндә термометр бағанаһы -18 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -7,-12 градусҡаса йылыта.
Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе ихтимал, тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.
Шәмбе Өфөлә елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етеүе мөмкин, төндә һауа температураһы -14,-16, ҡала ситендә -18,-20, көндөҙ -8,-10 градус һыуыҡ була.
Сығанаҡ: Башинформ