

«Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө — бәләкәстәргә үҙ-ара туған телендә аралашыу мөмкинлеге. Ул шулай уҡ ата-әсәгә лә бер-береһе менән башҡортса һөйләшеүгә юл аса һәм баламды берәү ҙә аңламаҫ тигән хәүефтән арындыра», — тип иҫәпләй «Panda PlaySchool» шәхси балалар баҡсаһы директоры Гөлназ Моратова.
Билдәле булыуынса, муниципаль балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар. Ә ошондай шәхси учреждениеларҙа ла башҡорт теле өйрәтелгәне хаҡында йыш ишетәбеҙме? Тәҡдим ителгән видеоинтервьюла тап шундай балалар баҡсаһы тураһында һүҙ бара.
«Ирем Шәһит менән икебеҙгә ҡыҙыбыҙҙың башҡорт телен белеүе мөһим. Шуның өсөн дә балабыҙға бер йәш тә һигеҙ ай тулғас, уны ошонда алып килдек. Тәрбиәселәрҙең сабыйҙарға ҡарата ни ҡәҙәр һиҙгер мөнәсәбәттә, иғтибарлы булыуын күреп, үҙебеҙҙең ҡарар өсөн үкенмәнек», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Panda PlaySchool» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһенең әсәһе Айһылыу Байғусҡарова.
Сабыйҙарҙың был балалар баҡсаһында нисә тел өйрәнеүе хаҡында тулы мәғлүмәт — видеояҙмала.