Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
22 Ғинуар 2022, 04:45

Фәриҙә Ғаззалова: "Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай".

II курста уҡып йөрөгәндә «Гәлсәр һандуғас» телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, лауреат булдым һәм күптәнге хыялдарым тормошҡа аша башланы, тип әйтһәм дә була. Урамда танып: «Һин Фәриҙә Ғаззалова түгелме?» – тип һорайҙар ине.

Фәриҙә Ғаззалова: "Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай".Фәриҙә Ғаззалова: "Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай".
Фәриҙә Ғаззалова: "Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай".

 

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – күптәрҙең яратҡан йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Фәриҙә Ғаззалова.

– Фәриҙә, һинең менән яҡынданыраҡ танышып үтәйек әле. Ҡайһы районданһың, ҡайҙарҙа белем алдың? Ҡасан йырлай башланың?

– Салауат районының Лағыр ауылында тыуып үҫтем, олатайым һәм өләсәйем матур тәрбиә бирҙе. V кластан Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль интернат-гимназияһына уҡырға килдем. Унда үткән йылдарҙы бик һағынып иҫкә алам. Беҙ класта 30-ға яҡын инек, республиканың төрлө тарафтарынан килгән балалар менән музыка ҡоралдарында уйнарға, йырларға өйрәндек. Ә вокал менән 10 йәштән шөғөлләнә башланым. Өфөлә уҡығанда Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә апай Үҙәнбаева төрлө халыҡ йырҙарын өйрәтеп, конкурстарға йөрөттө. Беҙ гел генә лауреат исемдәрен, Маҡтау ҡағыҙҙары, призлы урындар алып ҡайта инек.

– Һин яҡшы уҡыуың һәм сәнғәттә өлгәшкән уңыштарың өсөн Президент стипендиаты ла булдың, шулай бит?

– Эйе шул. Ә мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Экстерн менән өс йыл эсендә ҡыҙыл дипломға тамамланым. Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисовала уҡыным, опера нескәлектәренә лә нәҡ ул өйрәтте. Уҡытыусыма ҙур рәхмәт: тормошта ла, студент саҡтарҙа ла күп ярҙам итте. II курста уҡып йөрөгәндә «Гәлсәр һандуғас» телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, лауреат булдым һәм күптәнге хыялдарым тормошҡа аша башланы, тип әйтһәм дә була. Урамда танып: «Һин Фәриҙә Ғаззалова түгелме?» – тип һорайҙар ине. Ул ваҡытта үҙемде яңы балҡыған йондоҙ итеп ҡабул иттем. Туҡталып ҡалырға ярамай, тип артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға керҙем. Унда Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәровала биш йыл халыҡ йыры факультетында белем алдым. Флүрә апайға ла ҙур рәхмәтемде еткергем килә: белем һандығымды байытыу, миндә башҡорт рухын нығытыу, үҫтереү өсөн ҙур көс һалды. Бик күп халыҡ йырҙарын унан өйрәндем.

– Оҙон көйҙәрҙән ҡайһылары күңелеңә яҡын? Бүтән туғандаш халыҡтарҙың йырҙарын башҡортса башҡарыусылар тураһында ни әйтер инең?

– Оҙон көйҙәрҙән башҡорт халыҡ йырҙары «Өйҙөрәкәй буйы», «Саңлы үҙәк», «Зөлхизә»не яратам. Йырсы кеше төрлө телдәрҙә йырлай белергә тейеш. Училищела уҡығанда итальян телен өйрәндек, сөнки опера Италияла барлыҡҡа килгән һәм күп арияларҙы шул телдә башҡарабыҙ. Әлбиттә, хәҙер йырҙарын башҡортса ла, татарса ла, ҡаҙаҡса ла башҡарған артистарҙың тыңлаусылары күберәк тә була, тип уйлайым. Ғөмүмән, йырсы кешегә төрлө стилдә, төрлө телдә йырлай белергә кәрәк. Ни тиһәң дә, замана үҙгәрә, ә артист кеше тамашасыларын яңынан-яңы образдар, яңы йырҙар менән ҡыуандыра белергә тейеш.

– Дуэттарың тураһында нимә әйтерһең?

– Иң күп дуэт булып йырлаусы, тип әйтер инем үҙемде. Сәхнәләш дуҫтарым менән бергә йырлауы – үҙе бер ғүмер. Бындай сығыштар концерттарҙы йәмләп ебәрә. Мәҫәлән, Искәндәр Ғәзизов, Алина Дәүләтханова, райондаштарым – Филүс Ҡасимов һәм йәш йырсы Дунай Фәтҡуллин менән яңы йырҙар башҡарабыҙ. Алла бирһә, яңы клип премьералары ла көтөлә.

– Каникулда улыңды ауылға алып ҡайтаһыңмы, ялын нисек үткәрә?

– Тыуған ауылда олатай менән өләсәйҙең усағын һүндермәйбеҙ. Баҡса ултыртабыҙ, йыш ҡайтып йөрөйбөҙ. Үҙемдең олатай-өләсәйем был донъяла юҡ инде… Апайымдар бар. Эйе, эргәлә ярҙам итеүселәрем бар, Аллаға шөкөр.

– Әле һин бәләкәй йырсылар менән эшләйһең, балаларға ниндәй теләктәр әйтерһең? Йырсы булып китмәһәләр ҙә, барыбер киләсәктә файҙаһы күп буласаҡ, шулай бит?

– Уҡыусыларға йыр менән шөғөлләнһендәр, тигән теләктә ҡалам. Әлбиттә, бөтәһе лә йырсы булып китмәһәләр ҙә. Вокал, йыр күп ауырыуҙарҙы дауалай. Үҙенсә терапия. Музыка менән шөғөлләнгән кешенең күңеле бай һәм сағыу була. Йырлағыҙ, бейегеҙ, күңелегеҙҙе йырҙар менән байытығыҙ, уның бер зыяны ла юҡ. Файҙаһынан башҡа. Хыялланығыҙ, ҡанатланығыҙ, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйығыҙ! Хыялдар ҙур ҡанаттар үҫтерә, илһамландыра! Барлыҡ уҡыусыларға матур каникул, иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡалам.

– Ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт һиңә, Фәриҙә! Киләсәктә лә тамашасыларыңды моңло тауышың, матур йөкмәткеле йырҙарың менән ҡыуандырыуыңды дауам ит.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас