Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
22 Ғинуар 2022, 08:25

Ун бер йыл атай янындағы тамуҡта

Үгәй ҡыҙы унан бала тапҡас ҡына, енәйәт эше асыла.

Учалы районында йәшәүсе ирҙе хөкөм иткәндәр. Атай исемен йөрөткән әҙәм аҡтығы 2009 – 2020 йылдарҙа үҙенең өс  һәм бер үгәй ҡыҙын көсләүҙә ғәйепләнә. Ул ваҡытта балалар дүрт һәм ун өс йәш арауығында ғына булған. Енәйәт бары тик үгәй ҡыҙы унан ауырға ҡалғас ҡына асыҡлана. Әлеге ваҡытта ир аҡтығын ун ете йыл ярымға  рәшәткә артына ултыртыу тураһында хөкөм ҡарары сығарылған.

 Әҙәм ышанмаҫтай яңылыҡ булһа ла, һуңғы ваҡытта көслө заттарҙың бындай аҙымға барыуҙары тураһында, үкенескә күрә, йыш ишетергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта әсәй кешегә ҡарата һорауҙар тыуа. Моғайын да, тиҫтә йылдан ашыу ғаиләһендә нимә булғанлығын ул белеп, аңлап торғандыр бит!? Уның хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ул да балалары өсөн яуап бирергә тейештер бит?! Бәлки, шул ваҡытта ғына башҡа буласаҡ әсәйҙәр ҙә кем менән ғаилә ҡорорға кәрәклеге хаҡында уйлана башлар?!

Ун бер йыл атай янындағы тамуҡта
Ун бер йыл атай янындағы тамуҡта
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас