+21 °С
Болотло
Великобритания психологы Барбара Сантини фекеренсә, гүзәл заттарҙың эске кейемдәренең төҫөнә ҡарап, уларҙың холҡона ҡарата ҡылыҡһырлама бирергә мөмкин икән.
Мәҫәлән, ҡара төҫтәгеһен көслө характерлы, ауырлыҡтар алдында бик бирешеп бармаған ҡатын-ҡыҙҙар кейһә, алһыу иһә, киреһенсә, йомшаҡ холоҡлоларға хас. Ҡыҙыл – үтә хисле, ҡыҙыу холоҡлолар өсөн, зәңгәрҙе тыныстар үҙ итә. Ә бына йәшел төҫтәге эске кейемдәрҙе яратыусы гүзәл заттар иһә йыш ҡына икенсе яртыһын көнләшеп йонсой икән.