

2022 йылда республиканың медицина колледждарына тағы 400 урын бирелгән. Дәүләт һәм муниципаль медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ауырлыҡтар булыуы сер түгел. Сәбәптәре билдәле: кадрҙарҙың тармаҡтан күпләп китеүе, тотороҡһоҙлоҡ, табип профессияһының баһаһы кәмеүе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреү буйынса байтаҡ саралар ҡабул итергә кәрәк. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн республиканың медицина колледждарында уҡыусылар һанын 400-гә арттырыу ҡаралды, шул иҫәптән, “Дауалау эше” белгеслеге буйынса – 150 , “Шәфҡәт туташтары эше”нә 250 уҡыусы алынасаҡ.Был "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан