

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Яңы Монасип ауылы ағинәйҙәре социаль селтәрҙәге төркөмөнә сергетыштар менән төшкән сағыу, һоҡланғыс фотоһүрәттәрен ҡуйҙы. Был эштең башында кем тора? Оҫтабикәләр үҙенсәлекле һөнәргә нисек өйрәнгән? Улар тағы ниҙәр менән шөғөлләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Яңы Монасип ауылының «Йәнгүзәл» ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәсимә Сәғитоваға һәм «Сергетыш» проекты авторы Рәшиҙә Ғизәтуллинаға мөрәжәғәт иттек.
Әйткәндәй, Яңы Монасип «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында көсөн һынай. Уның ғәмле, сәмле, уңған, берҙәм халҡы төрлө күркәм сараларҙа дәррәү ҡатнаша.
«Ауылыбыҙҙа ағинәйҙәр ойошмаһы 2016 йылдан алып эшләп килә. Иң беренсе милли кейем тегеүгә һәм биҙәнеү әйберҙәре – һаҡал, ҡашмау яһауға тотондоҡ. Был һөнәрҙәр – ағинәйлектең төп билдәһе. Былтыр Гөлфирә Сөйөшеванан француз яулыҡтары һатып алдыҡ. Ғөмүмән, төп маҡсатыбыҙ — халыҡ йолаларын, кәсептәрен тергеҙеү, өләсәйҙәр тәрбиәһен һаҡлау, йәшәгән еребеҙгә, төбәгебеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырыу, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу. Ауылда үткән экологик өмәләрҙә, дини, спорт, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Өсөнсө йыл инде ауылда үткән туйҙарҙа «Һыу юлы күрһәтеү», «Килен ҡаршылау», шулай уҡ «Һалдат оҙатыу» йолаларын үткәрәбеҙ. Үҫеп килгән быуын менән дә маҡсатлы эш алып барыла. «Шәжәрәңде беләһеңме?», «Боронғо балалар уйындары», «Тирә-яғыбыҙҙағы ер-һыу атамалары» кеүек темаларға саралар үткәреп торабыҙ. – тип бәйән итте ойошма етәксеһе Нәсимә Сәғитова.
Сәләмәтлегебеҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа, тигән фекерҙән сығып, көн һайын йәйәүләп йөрөүҙе лә ғәҙәткә индерҙек».
Нәсимә Сәғитова әйтеүенсә, Яңы Монасип ауылы ағинәйҙәре үткән йәйҙәрҙә булған янғындар ваҡытында ут һүндереүселәргә булышлыҡ ҡылған, башҡа төрлө бәләгә тарығандарға ла аҡсалата ярҙам ойоштороп торалар. «Башҡарған эштәребеҙ, Аллаға шөкөр, байтаҡ. Шуны айырып билдәләргә кәрәк: «Йәнгүзәл»дә ағза булып торғандарҙың бөтәһе лә тип әйтерлек ҡул эштәренә оҫта. Билдәле булыуынса, ике йыл элек райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғизәтуллина халҡыбыҙҙың онотолған кәсептәренең береһен — сергетыш тегеүҙе тергеҙеү буйынса эш башланы. Төрлө ауылдарға йөрөп, ошо йәһәттән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, өйрәтте. Күркәм башланғысты районыбыҙҙың ағинәйҙәре дәррәү күтәреп алды. Һәм был эштең төп һөҙөмтәһе булып шул тора – ике йыл рәттән Бөрйәндә үткән ҡышҡы ат сабыштарында сергетыштарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Ул быйылға ла планлаштырылған. – ти ул.
Ошо проектҡа беҙ ҙә ҙур теләк менән ҡушылып, 12 ағинәй 16 сергетыш тектек. Әлбиттә, был эште атҡарып сығыуы бик үк еңелдән булманы. Рәшиҙә Хәй ҡыҙына һәм башҡа оҫталарға кәңәш һорап йыш мөрәжәғәт итергә тура килде. Борон өләсәйҙәр эшләгән сергетыштарҙы ла сығарып, уларға ҡарап өйрәндек. Тырыша торғас, килеп сыҡты. Бына яңыраҡ эшебеҙҙе йомғаҡлап ҡуйҙыҡ – һөҙөмтәне фотоһүрәттәрҙә күрәһегеҙ».
«Сергетыш» проектының авторы, «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бөрйән районындағы филиалы етәксеһе, халыҡ ҡорамасылары клубы етәксеһе Рәшиҙә Ғизәтуллина әйтеүенсә, был эш 2019 йылдың ноябрендә тормошҡа ашырыла башлаған.
«Ауылдарҙа сергетыштың һаҡланған өлгөләрен эҙләп табыу, фольклор һәм тарихи сығанаҡтарға таянып, уның тәғәйенләнешен, биҙәктәрен, тегеү алымдарын өйрәнеү, шул уҡ ваҡытта заманса зауыҡлы биҙәү маҡсатын да күҙ уңында тоттоҡ. Ошо ниәттә райондың барлыҡ ауылдарында ла тип әйтерлек һөнәрмәндәрҙе табып, оҫталыҡ кластары ойошторола башланы. Районыбыҙҙа ярты быуаттан ашыу үткәрелеп килгән ҡышҡы ат ярыштары программаһына ҡушылып, 2020, 2021 йылдарҙа аттарҙы, саналарҙы сергетыш менән биҙәү буйынса конкурс-күргәҙмәләр ойошторолдо.
Сергетыш һәр өйҙә, һәр тирмәлә булырға тейеш, тигән ниәт тормошҡа ашырыла килә. 2020 йылдың октябрь айында баш ҡаланың «Урал» галереяһында Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора килгән «Ҡораматуй» фестивалендә, йәнә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ тарафынан «Торатау» конгресс-холында, «ВДНХ-Экспо»ла уҙғарылған «Һөнәрмән-2020» күргәҙмәләрендә ҡатнаштыҡ. Бөрйән ағинәйҙәренең сергетыштары 2021 йылдың мартында Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын Берҙәм реестрға индереү буйынса советтың 7-се ултырышы ҡарары менән халҡыбыҙҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы тип рәсми танылды, йәғни паспортлаштырылды. Һөҙөмтәлә реестрға теркәлеп, милләтебеҙ ҡиммәттәрен мәңгеләштереүгә булышлыҡ итте.
Сергетыш тураһында мәҡәлә минең тарафтан эшкәртелеп, фотолары менән Башҡорт википедияһына урынлаштырылды. 2021 йылдың 6 июлендә VI Бөтә донъя фольклориадаһында күргәҙмәлә ҡатнашҡандары өсөн оҫта ҡуллы ағинәйҙәребеҙгә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәкселеге Рәхмәт хаттары тапшырҙы. 2021 йылдың авгусында беҙҙең «Кәрәҙ» халыҡ коллективы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Башҡорттар» тапшырыуына Рәшиҙә Ишембәтова яҙма әҙерләне. Бынан тыш, Бөрйән ҡорамасыларының эшен «Таң», «Башҡортостан», «Йәншишмә», «Киске Өфө» гәзиттәре даими яҡтыртып килә.
«Сергетыш» проекты быйыл да дауам итә. Уның ҡулланылышын киңәйтеү маҡсатында, ошо стилдә ултырғыс түшәктәре, мендәрҙәр, автомобиль ултырғысына йәймәләр, намаҙлыҡтар эшләү варианттары тәҡдим ителде, шулар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланыҡ. Башланғысты киң йәйелдереү, беҙҙең хеҙмәт өлгөләрен көнкүрештә ҡулланыу, туристарға, ҡунаҡтарға һатыуҙы йәнләндереү маҡсатында, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге лә эшкә ҡушылырға тора. 31 мартта мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәресе уҙғарыу планлаштырылған. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында был эштәр айырыуса мөһим», – тип эшмәкәрлектәре хаҡында бәйән итте Рәшиҙә Хәй ҡыҙы. Бөрйәндең оҫта ҡуллы ағинәйҙәренә халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәрендә ҙур уңыштар насип булһын!
Д. Ишморатова.