

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе "Экология Т" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мартта Бәләбәй ҡалаһында пластик һәм алюмин һауыттарҙы ҡабул итеү өсөн фандоматтар урынлаштырырға ниәтләй. Был халыҡҡа икенсе ҡат эшкәртеүгә ебәрерлек ҡалдыҡтарҙы йыйыуға һәм табыш алыуға дәрт бирәсәк. Бөгөнгө көнгә Бәләбәй ҡалаһында был эште башлап ебәреү һәм 5 фандомт урынлаштырыу буйынса "Экология Т" операторы һәм «Пятерочка» сауҙа селтәре араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Бер пластик шешә йәки алюмин банка тапшырған өсөн һатып алыусы «Пятерочка» картаһына 10 балл ала. Артабан был балдар менән тауарға ташлама яһаласаҡ.
Был экологияға оло ярҙам булып, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүҙе яҡшыртыуҙы һәм В.Путиндың май указдары нигеҙендә эшләүсе «Экология» проектын тормошҡа ашырыуға мөмкинлек бирәсәк.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан