

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылды. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, селтәр даими үҫешә.
«Үҙебеҙҙәге һөттән етештерелгән сифатлы һөт продукцияһы балаларыбыҙ, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы. Башҡортостанда урынлашҡан 55 фирма пунктында, 17 дәүләт дарыуханаһында һөт продукцияһы, ҡоро ҡатнашмалар һатабыҙ. Ә 64 тораҡ пунктҡа автокибеттәр барып тарата. Ҡайһы бер магазиндарыбыҙҙы ла һөт ризыҡтарын таратыуға йәлеп иттек. Былтыр колл-үҙәк астыҡ, 7(347)246-55-01 телефоны буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте белергә була. Мобиль ҡушымта эшләй башланы, уны бында күсереп алырға мөмкин», — тип файҙалы мәғлүмәт менән уртаҡлашты республика етәксеһе.
Хәҙерге көндә «Һөт кухняһы»ның етештереү цехтары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта, Үрге Ҡыйғыла эшләй. Тәүлегенә улар бөтәһе 25 тонна һөт эшкәртә. «Һөт кухняһы»ның бөтә цехтары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, өс йөҙ өҫтәмә эш урыны булдырылған.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана
Башинформ
Фото с сайта отзывов о продукции "Молочная кухня"