Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
25 Ғинуар 2022, 05:30

"Шоңҡар" журналының тәүге һаны сыҡты

“Танһыҡ әҫәр” рубрикаһында башҡорт әҙәбиәте классигы Сәғит Агиштың “Мәзин йортонда” повесы бирелгән, Рәзинә Зәйнетдинованың, Таңһылыу Ғәйнуллинаның, Фәриха Вәлиуллинаның ижад емештәре донъя күргән. 

"Шоңҡар" журналының тәүге  һаны сыҡты"Шоңҡар" журналының тәүге  һаны сыҡты
"Шоңҡар" журналының тәүге һаны сыҡты

 Баҫманың тышлығын шәп замандашыбыҙ, шағирә Зимфира Абушаһманованың һүрәте биҙәй. “Танһыҡ әҫәр” рубрикаһында башҡорт әҙәбиәте классигы Сәғит Агиштың “Мәзин йортонда” повесы бирелгән. Шулай уҡ психолог Миңниә Вәлиеваның кәңәштәре, Басир Мәһәҙиевтың “Башҡортостан алтыны” тигән яҙмаһы журнал уҡыусылар күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятыр. Рәзилә Ырыҫҡужинаның "Үҙ юлы бар" мәҡәләһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр актеры Рәмзил Сәлмәновтың күңел донъяһы менән танышырға мөмкин. 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас