

Хәбәр итеүебеҙсә, былтыр йыл аҙағында «Ер һүҙе 2.0» төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроекты старт алғайны. Уның девизы — «Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт».
Проект төбәк-ара кимәлгә сығып, Волга буйы, Урал федераль округтарындағы 20 республика, өлкә һәм крайға йәйелдерелде. Бындай үҫешкә Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында өлгәшелде.
Положениеға ярашлы, конкурста Волга буйы, Урал федераль округтарында йәшәгән 18 — 65 йәшлек һәр граждан ҡатнаша ала.
Һөҙөмтәлә проект авторҙары 2022 йыл дауамында конкурс еңеүселәре менән Рәсәй халыҡтары телдәрендә 75 сценарий, 45 нәфис һәм документаль фильм, роликтар, клиптар булдырырға планлаштыра.
Тулы мәғлүмәт менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: www.slovo-zemli.ru