Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
26 Января 2022, 04:07

ГТО нормативтарын тапшырҙылар

ГТО нормативтарын тапшырҙыларГТО нормативтарын тапшырҙылар
ГТО нормативтарын тапшырҙылар

Ғафури районы Красноусол ҡалаһының «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативын үтәү буйынса фестиваль ойошторолдо.

Сара район халҡын физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм халыҡ араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте комплексын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды.

Бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәренең көсөн һәм сыҙамлығын тикшерҙе, йәш категорияларына ярашлы физик әҙерлеген күрһәтте. Спорт байрамына килеүселәрҙең барыһы ла айырым физик күрһәткестәр буйынса тесты уңышлы үтеүҙән тыш, күтәренке кәйеф, шулай уҡ бик күп ыңғай тәьҫораттар алды.

 

Сығанаҡ: "Табын" гәзите.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас