

Әүҙемселәр республиканың төрлө райондарынан килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнә, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек илтә, медицина ойошмаларында табиптарға ярҙам күрһәтә.
“Минеңсә, бөтә һөнәр кешеләре, шулай уҡ артистар ҙа республика халҡына ҡатмарлы шарттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Үҙемдең өлгөмдә битараф булмағандарҙы ошо изге акцияға ҡушылырға саҡырам”, – тип фекере менән бүлеште Рәдиф Зарипов. Ул ирекмәндәр үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин менән берлектә изоляциялағы күп балалы Эльвира Кнор ғаиләһенә ҡайнар аш менән ярҙам иткән. Ғаилә Иҫке Сипайлово биҫтәһендә йәшәй.
“Температурам юғары, бына өсөнсө көн инде төшмәй. Ә балаларым бәләкәй. Тиҙ арала ярҙам күрһәткәндәре өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһына рәхмәт. Яратҡан йырсымдың бөгөн беҙгә ирекмән сифатында килеүе ныҡ ғәжәпләндерҙе”, – тине Эльвира Кнор.
Колл-үҙәккә көндөҙ 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем бушлай номер буйынса 8-800-201-89-03 шылтыратырға мөмкин.