

Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ултырыш уҙғарып, быйылға саралар планы ҡорҙо.
"Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте йылы - башҡорт милләтенең дә рухи ҡиммәттәрен киң майҙанда күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Мәҫәлән, мәғрифәтселәребеҙҙең илебеҙ рухиәтенә индергән өлөшө хаҡында һөйләргә була. Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәли Соҡорой һәм башҡа шәхестәребеҙ федераль кимәлдә күрһәтеүгә ысынлап лайыҡлы", - ти Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Салауат Әхмәҙуллин.
Ғалим билдәләүенсә, быйылға Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты нәшриәтендә "Морат Рәмзи, Рәсәйҙең төрки халыҡтары тарихсыһы булараҡ" тип аталған баҫманы сығарыу планлаштырылған. Шулай уҡ Ризаитдин Фәхретдиновтың "Әхмәт бай" китабын нәшер итеү мәсьәләһе ҡарала.
Фото: Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы сәхифәһе
"Ҡоролтай"