+21 °С
Облачно
Петербургта бер аҙналыҡ ҡына сабыйға йорт хайуаны, хужалар үҙҙәре ҡарап үҫтергән бесәй һөжүм иткән. Әсәһе әйтеүенсә, ул баланы ҡулына алып имеҙеп ултырғанда бесәй ташлана. Аралап алғансы, ул маңлайын тырнап, башын бер нисә урындан тешләп өлгөрә. Әсәй кеше шунда уҡ табиптарға хәбәр итә.
Эт менән бесәйҙең йорт хужаларына, балаларына һөжүм иткән осраҡтар һуңғы арала, ысынлап та, йышайҙы. Ҡанһыҙлыҡҡа беҙҙән ҡарап өлгө ала башланылармы икән әллә?