Республикала, “Демография” милли проекты сиктәрендә, кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнә. Сираттағыһы Дәүләкәндә йәшәүсе Андрей һәм Надежда Дунаевтарға эләккән.
Ғаилә башлығы Мәскәү өлкәһенән. Башта йәш ғаилә Андрейҙың тыуған яғында йәшәгән. Әммә ағас эшенә оҫта ир-егеткә ҙур ҡалала хыялын тормошҡа ашырыр өсөн мөмкинлектәр булмаған. Шул саҡта улар Надежданың тыуған ере Дәүләкәнгә ҡайтып төпләнгәндәр һәм ағастан йорт йыһаздары эшләү буйынса үҙ эштәрен асҡандар. Әлеге ваҡытта дәүләт тарафынан бирелгән аҡсаға ул эш ҡорамалдары алып, эштәрен киңәйткәндәр.
#миллипроект #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостана