Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Ғинуар 2022, 07:30

Уға етеүсе юҡ

Беҙҙең редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе һәр кем иғтибар үҙәгенән ҡоро ҡалмай.

 Ваҡытлы матбуғатты таратыу, уны күберәк уҡыусыға еткереү өсөн редакция хеҙмәткәрҙәре менән почта бүлексәләре лә тығыҙ бәйләнештә эшләгән саҡта ғына көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Был йәһәттән Ғафури районы Юлыҡ ауылы почта бүлеге етәксеһе Ҡужина Резида Зөлфәр ҡыҙынан уңдыҡ тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Һәр саҡ беҙҙең тәҡдимдәргә ҡуш ҡуллап ризалаша, ҡайһы берәүҙәр кеүек ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп тә ултырмай. Урындағы халыҡ та уның асыҡ йөҙлө хеҙмәткәр булыуынан ҡәнәғәт.

Ғәҙәттә, йылдың тәүге айы үткән йылға йомғаҡ яһауҙарға арнала. “Шоңҡар” журналы намыҫлы эшләгәне һәм бер нисә йыл дауамында журналды таратыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн Резида Зөлфәр ҡыҙын “Рәхмәт хаты” һәм баш мөхәррир Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовтың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән популяр әҫәрҙәрен бергә туплаған “Алдаҡсы” китабы менән бүләкләне.   

Резида Зөлфәр ҡыҙы яҡшы хеҙмәткәр булыуы менән бергә, уңған хужабикә, яҡшы әсәй ҙә. Тормош иптәше Рәйес менән өс бала үҫтерәләр. Ауылда һоҡланғыс, уңған ғаиләләрҙең береһе лә улар.

Резида Зөлфәр ҡыҙы, киләсәктә лә оҙаҡ йылдар бергә эшләргә һәм тағы ла хеҙмәтегеҙ емештәрен күреп һөйөнөргә яҙһын!

Уға етеүсе юҡ
Уға етеүсе юҡ
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас