Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Ғинуар 2022, 13:07

Йолалар — халыҡ хәтерендә

Үҙ ҡулдары менән матур итеп, боронғоса биҙәлгән бүлмә, ысынлап та, айырым бөхтәлек һәм ыҡсымлығы менән айырылып тора.

Йолалар — халыҡ хәтерендәЙолалар — халыҡ хәтерендә
Йолалар — халыҡ хәтерендә

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында «Им-том йолалары» сараһы үтте. Сараны ауылдың ағинәйҙәре үткәрҙе. Кисәнең төп маҡсаты — үҫеп килгән быуынға башҡорт халҡының дауалау ысулдарын, шифалы үләндәр менән дауаланыу, электән килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе төшөндөрөү, өйрәтеү.

Байрамда Күгиҙел ағинәйҙәре, «Ынйылар фольклор ансамбле апайҙары, мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы кескәйҙәре ҡатнашты. Шулай уҡ сараға ауылда им-том менән дауалаусы Ғәйнихәйәт Хөсәйенова, ҡорама ҡороу конкурсында икенсе урын алыусы Рәшиҙә Баһауитдинова һәм Нурия Аҫылбаева саҡырылды.

Сәләмләү һүҙе менән ағинәйҙәр рәйесе Сания Манапова сығыш яһаны. Иң беренсе сиратта үҙҙәренең бүлмәләре булдырылыуы хаҡында ҡыуаныстары менән уртаҡлашып үтте.

Үҙ ҡулдары менән матур итеп, боронғоса биҙәлгән бүлмә, ысынлап та, айырым бөхтәлек һәм ыҡсымлығы менән айырылып тора. Артабан балаларҙы тышау ҡырҡыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу үҙенсәлектәре менән Ғәйнихәйәт апай таныштырып үтте. Алһыу Тулыбаева мейе үлсәү һәм ҡағыу йолаһын башҡарып күрһәтте. Балалар менән бергәләп дауалау һамаҡтарында иҫкә төшөрҙөләр. «Башҡорт халыҡ ижады» һәм «Балалар фольклоры» китаптары уларға ҙур ярҙам күрһәтеүен дә билдәләп үттеләр.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас