Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар 2022, 15:00

872 ҡот осҡос көн

1942 йылдан 1944 йылға тиклем блокадалы Ленинградтан Башҡорт АССР-на 8 меңдән ашыу кешене эвакуациялайҙар. Был теүәл һан түгел, сөнки мәғлүмәт тулыһынса һаҡланмаған.

 

Эвакуацияланған кешеләр өсөн икмәк нормаһы 500 грамға тиклем арта. Блокадалағы 125 грамдан һуң ҙур байлыҡ! Шул ваҡыттан блокадала булыусыларҙың икмәкте үбеү ғәҙәте ҡала.

78 йыл элек, 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинградтың блокадаһы бөтә. 872 ҡот осҡос көн төрлө мәғлүмәт буйынса 500 меңдән 1,5 миллион ғүмерҙе алып китә. Владимир Путин ошо көндәрҙә туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Унда уның ағаһы ерләнгән. Президент Ленинградта тыуған һәм блокада менән бәйле сараларҙа даими ҡатнаша.

Башҡортостанда 103 кеше — "Блокадалы Ленинградта йәшәүсеһенә" знагы, 2 кеше "Ленинградтың оборонаһы өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас