

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Милли музейында уникаль күргәҙмә асыла.
Бөрйән бал ҡортона бағышланған ул.
Пректтың төп геройы - бал ҡорто. Ул Бөрйән районы өсөн генә түгел, ә барлыҡ республика өсөн символға әйләнде. Брендҡа әйләнгән үҙенсәлегебеҙгә бағышланған был проектты Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ҡабул итә.
Экспозицияла картиналар, графика, фото һәм скульптура ҡаралған.
Проекттың авторы - Рәсәйҙең билдәле рәссамы, сәнғәт магистры Евгения Васильева. Уның эштәре Пьер Карден йыйынтыҡтарында (Франция), Татарстан республикаһы, Италия музейҙарында, Швейцария фондында һаҡлана.
Күргәҙмә 1 февралдә асыласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.