

Бөрйән районы Ҡолғана ауыл мәктәбендә уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ аштары һәм аш-һыу йолалары менән таныштырҙылар.
Балалар өсөн "Башҡорт милли ризыҡтары" исемле кисәһен ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.
Фәнүзә Яҡупова менән Гүзәл Ғәйетбаева ҡыҙҙарға бороңғо йолаларҙың береһе - һуғым ашын әҙерләү серҙәрен өйрәтте.
Ҡыҙҙар үҙҙәре туҡмас ҡырҡып, ашҡа картуф, тоҙлоҡҡа һуған турап, тоҙлоҡ әҙерләп, аш яраштырыуҙа ярҙам иттеләр.
Китапханасы Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы башҡорт милли ризыҡтары тураһында һөйләп, китаптар менән таныштырҙы.
Балалар һуғым ашын әҙерләп, бергәләп ашап ҡайтты. Бороңғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе балаларҙың күңелдәренә һалыу, өйрәтеү бик мөһим, тиҙәр ойоштороусылар.