Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар 2022, 05:41

Пособиелар һәм компенсациялар арта

Ниндәй түләүҙәр артыр?

Пособиелар һәм компенсациялар артаПособиелар һәм компенсациялар арта
Пособиелар һәм компенсациялар арта

1 февралдән социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар 8,4 процентҡа арта.

Бында инвалидтар, ветерандар, чернобылселәр, Рәсәй Геройҙары, шулай уҡ производствола зыян күргән граждандар алған түләүҙәр тураһында һүҙ бара.

Индексация балалы ғаиләләргә тейешле ҡайһы бер пособиеларға ла ҡағыла. Шулар иҫәбендә — бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие, баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие.

Беренсе балаға әсәлек капиталы күләме лә арта — 483,9 мең һумдан 524,5 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға иһә 693,1 мең һумға тиклем.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас