Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар 2022, 07:06

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты

Билдәле башҡорт сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуған яғы Дүртөйлөлә Башҡорт мәҙәниәте йылы айҡанлы тарихсылар, этнографтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренең үҙенсәлектәре, ҡайһы бер ауылдар тарихтары һәм урындағы сығанаҡтар табыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылыштыТыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты

Билдәле башҡорт сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндың тыуған яғы Дүртөйлөлә Башҡорт мәҙәниәте йылы айҡанлы тарихсылар, этнографтар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренең үҙенсәлектәре, ҡайһы бер ауылдар тарихтары һәм урындағы сығанаҡтар табыу мөмкинлектәре ҡаралды.

Төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары костюмы үҙенсәлектәре тураһында "Тамға" студияһы етәксеһе (Туймазы ҡалаһы) Зөлфиә Краснова һөйләне. 2020-2021 этнографик экспедицияларында "Тамға" төркөмө Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш райондарында туплаған материалдар милли кейем реконструкцияһында тотонолдо. 

— Башҡорт милли костюмы биҙәктәре һәм төрлө элементтары кейем һәм интерьер дизайнында тотонола ала. Еңел, һауа үткәреүсән туҡымалар (мәҫәлән - киндер) һаман да актуаль, ә сағыу биҙәктәр кейемгә үҙһенсәлек өҫтәй, — ти Зөлфиә Краснова.

Фото: Газиз Юсупов

 

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Дүртөйлөлә йыйылышты
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас