Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ғинуар 2022, 04:38

Ҡурсаҡ театры ябыла

БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, 1976 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән

Ҡурсаҡ театры  ябылаҠурсаҡ театры  ябыла
Ҡурсаҡ театры ябыла

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры реконструкцияға ябыла. Март айынан башлап бәләкәй тамашасылар ҡурсаҡ театры спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә ҡарай ала.

БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, 1976 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Яңыртыу эштәре "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Уның өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан аҡса бүленә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас