Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Ғинуар 2022, 08:56

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы еңеүселәре билдәләнде

Еңеүселәрҙе ҡотлап, ғаилә именлеге, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы еңеүселәре билдәләндеӨфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы еңеүселәре билдәләнде

Башҡортостанда «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика конкурсы бара. 26 ғинуарҙа конкурстың зона этабы уҙҙы, унда Архангел, Ауырғазы, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө райондарынан, Өфө ҡалаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округы - Югранан 19 ғаилә ҡатнашты.

Тур йомғаҡтары буйынса «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Өфө ҡалаһынан Лоҡмановтар ғаиләһе «Ғаилә һөнәре» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» асыҡ республика конкурсының зона турында Гран-при яуланы.

«Ғаилә ижады» номинацияһында Ҡырмыҫҡалы районынан Әйүповтар ғаиләһе еңеүсе булды. Салауат, Юлиә һәм уларҙың балалары Розалина, Санъяр – бик талантлы һәм ижади ғаилә. Район конкурстарында йыш ҡына ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар.

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында ике ғаилә еңеүсе тип билдәләнде. Ул – Өфө ҡалаһынан Юлдашбаевтар һәм Ханты-Манси автономиялы округынан – Югранан Кәйепҡоловтар ғаиләһе.

Салауат һәм Сәлимә Юлдашбаевтар өс бала тәрбиәләй – Самира, Тамерлан һәм Арыҫлан. Юлдашбаевтар быуаттар буйына килгән ғаилә йолаларын, башҡорт мәҙәниәтен хөрмәт итә.

Азат һәм Рәүлиә Кәйепҡоловтар сығышы менән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан. Был ғаиләлә бер-береңә ышаныс һәм үҙ-ара аңлашыу, мөхәббәт һәм хәстәрлек хакимлыҡ итә. Кәйепҡоловтар Сорғот ҡалаһында йәшәй, уларҙың ғаиләһендә өс бала – Илһам, Азат һәм 4 йәшлек Гүзәлиә үҫә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас