+21 °С
Болотло
Пластик тәҙрә хаҡы арзан түгел. Әммә уңайлы, йылы заманса тәҙрәләр һәр кемде ымһындыра. Баҡһаң, халыҡтың һорауынан, бер ҡатлығынан файҙаланып был өлкәлә лә мутлашыусылар бар икән. Яңыраҡ бер төркөм Өфө халҡы ошондай тоҙаҡҡа эләккән һәм хәләл аҡсаларын ҡайтарырға ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт иткән.
Бакиров фамилиялы егет тәҙрә, балкондар ҡуйыр өсөн тәүге иғәнә ала ла, ҡойроғон һыртҡа һала, ти. «Инстаграм»дан “намыҫ”лы егеттең быға тиклем эшләгән “заказ”дары уның шәп һәм ғәҙел оҫта булыуын раҫлай, тиҙәр.