Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Ғинуар 2022, 14:55

Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!

Аҙаҡҡы йылдарҙа ул ҡарттар йортонда ғүмер иткән. 

Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!
Бәхил бул, яратҡан артисыбыҙ!

 "Живет такой парень”, “Самая обаятельная и привлекательная”, “Золотой теленок”, “Иван Васильевич меняет профессию”, “Афоня”, “Место встречи изменить нельзя” һәм башҡа кинолар аша белгән Актер Леонид Куравлев вафат булған. Уға 85 йәш ине. 5 ғинуарҙа ул пневмония менән Коммунаркалағы йоғошло сирҙәр госпиталенең реанимацияһына эләгә. 

Билдәле булыуынса, Куравлев һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙәге ҡарттар пансионатында йәшәгән һәм гипертония менән яфаланған. Ғинуар башында уның ҡапыл температураһы күтәрелгән һәм ул табиптарға мөрәжәғәт иткән.

2012 йылда яратҡан актерҙың ҡатыны Нина Васильевна вафат була. Бынан һуң кинола төшмәй башлай, кешеләр араһында күренмәҫкә тырыша, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре менән бәйләнештәрен өҙә. Һуңғы тапҡыр 2015 йылда “Весь этот джем” киноһында төшкән.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас