Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
31 Ғинуар 2022, 18:05

Бәхет гөлө

Саҡ ҡына тәрбиәләп алдыңмы, һин дә мин, ҡәҙимге хәленә ҡайта ла ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ кеүек. Йылы мөғәлләмәлә, наҙлы ҡараш тоймай башлаһаҡ, беҙ ҙә эскә бикләнәбеҙ. Ә саҡ ҡына иғтибар, матур һүҙ ишетһәк балҡып китәбеҙ. Тәү тапҡыр сәскә атҡан сағында Ғаязымды осраттым.

Азалияны Дамира күптән ҡунаҡҡа саҡыра ине. Ниһайәт, бушаны әхирәте. Үҙенең ҡәҙерле ҡунаҡ икәнлеген тупһанан үтеү менән үк тойҙо. Ҡулында йоҡлап киткән сабыйын һалды ла, һыйҙан һығылған өҫтәл янына саҡырҙы Дамира Азалияны.

- А-ба-а-а, әллә мин килә тип шул хәтлем әҙерләндеңме? – тип һорамайынса түҙмәне Азалия.

- Һағындырып ҡына килгән иң яҡын әхирәтем өсөн рәхәтләнеп бешерендем-төшөрөндөм. Хатта ҡыҙым да ҡәҙерле кешебеҙ киләсәген тойған кеүек бөгөн артыҡ мыжыманы.

Ике әхирәт оҙаҡ ҡына өҫтәл артында сәйләп ултырҙылар. Ике йылдан артыҡ күрешмәгәс, һағынышҡандар ҙа шул. Төпкө бүлмәлә кескәй Лиана уянғанлығын белдереп үҙ алдына геүләй башлағас, уның янына сыҡтылар. Бөхтә, заманса итеп йыйыштырылған бүлмәлә Азалияның иғтибарын иң тәүҙә гөлдәр үҙенә тартты. Ҡайһыларылыр сәскәгә күмелгән, икенселәре яңы бөрөләнеп ултыра. “Дамираның гөл үҫтерә, ҡарай торған ғәҙәте юҡ ине лә. Әллә был шөғөлгә ире әүәҫме икән?” – тип уйлап та өлгөрмәне, бәпесен ҡулына алып имеҙергә ултырған Дамира: “Бынауһыҙ таныйһыңмы?” – тип уртала бер нисә ап-аҡ сәскәлә матур һауытта күҙҙе ҡыҙҙырып ултырғанына ымлап күрһәтте. “Әллә мин бүләк иткән гөл инде?!” – тине лә, Азалияның әхирәте менән һуңғы тапҡыр күрешкән мәле хәтеренә төштө.

Азалия менән Дамира университетта бергә уҡынылар. Йылмаяҡ, эсендәге тышында булған Азалия менән өндәшмәҫ, сит кешегә үҙе башлап бер ваҡытта ла һүҙ әйтмәҫ Дамира менән серҙәре беректе лә китте. Ҡулына диплом алғанда Азалия ир ҡатыны ине. Бер йыллап Өфөлә йәшәнеләр ҙә, тормош иптәше хәрби кеше булғас, икенсе өлкәгә күсеп китергә тура килде.

Оҙон юлға сығырҙан бер көн алда яңы ғына фатир алған төркөмдәше янына барҙы. Февраль айының ажғыр еленән өшөп ҡуймаһын тип йәлләй-йәлләй ошо гөлдө килтергән ине.

- Һи-и-и, минең ҡарамаҡҡа күсһә, был оҙаҡҡа бармаҫ инде. Әллә ниндәй кирегә киткән бер йән бит мин. Ике-өс йәштән үк ата-әсәйемдән ҡусты-һеңле һораным. Улары булманы. Сәскән, үҫтергән әйберем дә йә сыҡманы, йә һулыны. Хәҙер барлыҡ тиңдәштәрем дә тиерлек икенсе яртыһын тапты, бер мин яңғыҙлыҡтан һарғаям.

- Быны ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө, тиҙәр. Артыҡ тәрбиә талап итмәй. Өйөңә бәхет ҡошон саҡырып торһон тигән теләктә бүләк итәм, - тине Азалия.

- ...Һин киткәс, миңә тигән бәхет әллә ҡайҙарҙа аҙашҡан ул, был гөл генә ярҙам итә алмаҫ, тип уйланым да, ҡояш төшмәгән бер мөйөшкә ултыртып ҡуйҙым. Һыуҙы ла онотҡанда бер һиптем тигәндәй. Иғтибар итмәгән сағым аҙналарға һуҙылһа, һабаҡтары һалпайып төшөп бөтә ине. Саҡ ҡына тәрбиәләп алдыңмы, һин дә мин, ҡәҙимге хәленә ҡайта ла ҡуя. Ҡатын-ҡыҙ кеүек. Йылы мөғәлләмәлә, наҙлы ҡараш тоймай башлаһаҡ, беҙ ҙә эскә бикләнәбеҙ. Ә саҡ ҡына иғтибар, матур һүҙ ишетһәк балҡып китәбеҙ. Тәү тапҡыр сәскә атҡан сағында Ғаязымды осраттым. Дөрөҫөрәге, электән таныш инек. Үҙем уға күҙ һалғылаһам да, миңә ҡарата уның иғтибарын тоймағас, әһәмиәт бирмәҫкә тырыштым. 8 март байрамынан һуң оҙата килде, оҡшатыуын әйтте. Икенсегә бөрөләнгәндә бәпәй көткәнебеҙҙе белдек. Был ваҡытта туйҙан һуң күп ваҡыт та үтмәгән ине. Бына шулай, һин бүләк иткән бәхет гөлө минең тормошома йәм өҫтәне, иң ҡәҙерле кешеләремде табырға ярҙам итте.

Гөлдәр, ысынлап та, үҙҙәрен үҫтергән кешеһенә “рәхмәт”ле була беләләр икән. Ҡайһыһы һауаны таҙарта, икенселәре теге йәки был сирҙән дауаланғанда ҡулланырға мөмкин. Шуға ла хәҙер гөлдәр үҫтерергә, баҡса тултырып сәскә тәрбиәләргә ныҡлап тотондом, - тип әхирәтенең уйҙарын белгән һымаҡ Дамира был гөл тарихын бәйән итте.

- Алып килгән көндө нисек ҡаршылашҡаныңды иҫләйһеңме һуң?! – тип Азалия әхирәтенә ҡарап мут йылмайып ҡуйҙы. – Имеш тә, һиңә тигән бәхет юҡ. Бына ҡосағыңда ята ул. Тиҙҙән үҙеңә “Әсәй!” тип өндәшәсәк. Тик был гөлдөң исемен ҡыҫҡартып әйтеп, үпкәләтеп ҡуйма. Ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө тип атайҙар бит.

- Ҡайҙа гүзәл зат барынан ҡәнәғәт, бәхет йәнәшәһендә, бер тотам да ҡалмай йөрөйәсәк. Был ике төшөнсә бер үк мәғәнәгә, көскә эйә. Шуға ла, аҡыллы ир-ат ғаилә бәхетенә күмелеп йәшәгеһе килһә, иң беренсе һайлаған икенсе яртыһын ҡәҙерләйәсәк. Көслө заттар тормоштоң ошо төп ҡағиҙәһен онотмаһын ине.

Бәхет гөлө
Бәхет гөлө
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас