Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Ғинуар 2022, 04:29

Эшлә генә, ярҙам буласаҡ!

Дөйөм дәүләт проекты сараларын ғәмәлгә ашырыуға 2021 йылда 735,7 миллион һум аҡса бүленгән.

Эшлә генә, ярҙам буласаҡ!Эшлә генә, ярҙам буласаҡ!
Эшлә генә, ярҙам буласаҡ!

2022 йыл башына Башҡортостанда 126,9 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуар иҫәпләнә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының берҙәм реестры мғлүмәттәре буйынса, төбәктә 122,2 мең кеше теркәлгән.

- Беҙҙең бурыс - бәләкәй һәм урта предприятиелар һанының ыңғай динамикаһын һаҡлап ҡалыу, - тип белдерҙе эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. - Республика халҡына эшҡыуарлыҡ  өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим. Һәм бында дәүләт ярҙамының эш итеү системаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Муниципалитеттар дәрәжәһендә бизнес-шерифтар ҙур эш башҡара. Улар проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итә.

2022 йылдың 10 ғинуарына булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 122,2 мең микропредприятие эшләй, был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 4,2 процентка күберәк. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй предприятиелар, киреһенсә, һуңғы йылда 3,8 процентка - 172 ойошмаға кәмегән.

Республикала  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҡтисади өлкәһендә эшсәнлектең иң киң таралған төрҙәре сауҙа (37,4% процент) , төҙөлөш (10,7 процент), эшкә индереү производствоһы (7,8 процент).

Был эштәрҙең барыһы ла Президент Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла. Дөйөм дәүләт проекты сараларын ғәмәлгә ашырыуға 2021 йылда 735,7 миллион һум ебәрелгән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас