Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
31 Ғинуар 2022, 10:52

Кем ғәйепле?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа аттар менән бәйле фажиғәләр теркәлеүен дауам итә.

Йылайыр районы сиге Һамар-Петропавловск юлында ошондай ҡурҡыныс хәл теркәлгән.

Йорт хайуандары күпселектә юлға ҡараңғы мәлдә, йә кинәт йүгереп килеп сыға, водителдәр тормозға баҫҡан хәлдә лә, транспортты туҡтатып өлгөрә алмай ҡала. Һөҙөмтәлә мал һәләк була, водителдәр яралана, транспорт оло зыян күрә.

 

Ватылған машина өсөн мал хужалары түләнергә мәжбүр. Шуға ла, зинһар, малығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөтөгөҙ! Юлға сығып ҡазаландыра күрмәһен!

Автор:Загида Мусина
Читайте нас