+22 °С
Ямғыр
Ҡыштың һуңғы айына аяҡ баҫырға торғанда сирләүселәрҙең һаны артыуы сәбәпле поликлиникларҙа ҙур көсөргәнешлек бара. Бер яҡтан COVID-19 бәкәлгә һуҡһа, икенсе яҡтан ҡәҙимге, был миҙгелдә йыш осраған һалыу йонсота. Табипҡа күренер, ПЦР тест бирер өсөн әлеге ваҡытта халыҡ поликлиниканың тышынан уҡ сиратта торорға мәжбүр. Телефондан яҙылам тиһәң дә, көндәр буйы теләгеңә ирешерлек түгел.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ризаһыҙлыҡ белдергән һәм табиптарға эште кисекмәҫтән яйға һалырға ҡушҡан. Тегеләре ҡолаҡтарына элһәләр ярай ҙа...