Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
31 Января 2022, 08:30

Табиптарға ярҙам булырмы?

Табиптарға ярҙам булырмы?Табиптарға ярҙам булырмы?
Табиптарға ярҙам булырмы?

Башҡортостанда коронавирустан дауалаусы табиптарға ярҙам күрһәтеләсәк. Рәсәй хөкүмәте төбәктәргә аҡса бүлде, беҙҙең республикаға 185 миллион һум тәғәйенләнә.

Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, өҫтәмә аҡса коронавирустың яңы тулҡынына ҡаршы көрәштә ярҙам буласаҡ.

Бөгөндән Башҡортостан поликлиникалары 14 сәғәтлек эш тәртибенә күсә. Инфекция йоҡторған ауырыуҙарҙы иртәнге 8-се яртынан киске унға тиклем ҡабул итәләр.

ПЦР тесты 8-се яртынан киске етегә тиклем тапшырырға мөмкин. Лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас