

Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 29 ғинуарҙағы бойороғона ярашлы, Вил Тимербулатов йәмәғәт башланғысында эшләй.
«Белеүегеҙсә, Вил Мамил улы коронавирусҡа ҡаршы көрәш осоронда беҙҙең эргәлә, беҙҙең менән бергә ошо сир менән көрәшә. Уның белеме, ойоштороу һәләте беҙгә бик кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Вил Мамил улы Тимербулатов 1952 йылдың 1 июнендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишәй ауылында тыуа.
Маҡар урта мәктәбендә уҡый. 1975 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай. Табип-хирург.
1983 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 1989 йылдан — медицина фәндәре докторы, профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһы Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009).
БАССР-ҙың Благовещен үҙәк район дауаханаһы хирургы (1976—1979), Өфө ҡалаһының 8-се ҡала клиник дауаханаһының клиника ординаторы, хирургы (1979—1982), 1982 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты): 1988 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан ректор; 1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
Фәнни эшмәкәрлегенең йүнәлештәре: колопроктология, абдоминаль, миниинвазив, эренле хирургия. Киҫкен парапроктитлы ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу, уларҙы комплекслы дауалау һәм реабилитациялауҙың яңы ысулдарын; киҫкен эсәк үткәрмәүсәнлеген диагнозлау һәм дауалау тактикаһы программаларын эшләй; туҡ эсәк дивертикулезы патогенезының концепцияһын формалаштыра. Абдоминаль хирургия проблемаларын сисеүгә, радиойышлыҡлы хирургияны үҫтереүгә өлөш индерә. Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостан Республикаһында эндоскопик хирургияны үҫтереү программаһы эшләнә.
Колопроктология өлкәһендә ғилми мәктәп булдыра. 2020 йылдың 26 июнендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бер төркөм табиптарҙы тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнеләр. Вил Тимербулатов та ошо наградаға лайыҡ булды.