+21 °С
Болотло
Ташкент зоопаркында айыуҙар йөрөгән вольерға тик торғандан әсәй кеше өс йәшлек ҡыҙын йыртҡыс йәнлектәр янына ырғытҡан. Биш метр бейеклектән осоп төшкән сабыйға, ярай ҙа, януар һөжүм итмәгән. Ул ерҙә ятҡан ҡыҙҙы барып еҫкәй һәм кире китә. Был арала вольер эшселәре һәм йыйылған халыҡ баланы тиҙерәк алып сығыу яғын ҡарай.
Йыртҡыс йәнлек янына әсәй кеше балаһын ни сәбәпле ырғытҡан, быға уны нимә этәргән, әлегә сәбәбе билдәһеҙ. Әммә ундай кешене әсәй тип атарға тел әйләнмәй.