Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
31 Ғинуар 2022, 17:45

Зыян күреүселәрҙең һаны арта

Ҡыш имен-аман ғына уҙып китһен инде.

Халыҡты социаль яҡлау бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн генә Өфө ҡалаһында ҡыйыҡтан төшкән ҡар, боҙ арҡаһында өс тапҡыр зыян күреү осрағы теркәлгән.

Кремлев урамы 55-се һанлы йорттоң ҡыйығынан 68 йәшлек ҡатындың өҫтөнә ҡар төшкән. Ярай ҙа, еңелсә ҡотолған. Табип ярҙамынан баш тартҡан.

Фронт бригадаһы урамында урынлашҡан 3-сө һанлы һәм Ферин урамындағы 24-се йорттарҙың ҡыйығынан ҡар машиналар өҫтөнә төшкән. Техникалар зыян күрһә лә, бәхеткә күрә, кешеләргә бер ни ҙә булмаған.

Зыян күреүселәрҙең һаны арта
Зыян күреүселәрҙең һаны арта
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас