+21 °С
Болотло


"Уҡы-365!" уҡыу һәм белем фестиваль- марафоны Президент гранттары фондының 2022 йылдағы беренсе конкурсы еңеүсеһе тип табылды!
"Уҡы-365!" уҡыу һәм белем фестиваль- марафонына әҙерлек 1 февралдән башлана. Уның сиктәрендә төрлө саралар уҙғарыласаҡ.
Проекттың төп маҡсаты - үҫмерҙәр һәм балалар араһында әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, китап уҡыуҙы популярлаштырыу. "Көн айын уҡы!" - фестиваль-марафондың девизы.
Проект Башҡортостандың китап яратыусы уҡыусыларын берләштерәсәк. 20 меңдән ашыу бала үҙен автор, ирекмән, уҡыусы булараҡ та һынап ҡараясаҡ.