

Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы Баймаҡ районы Аҡморон ауылында ҡунаҡта булып ҡайтты.
Бәләкәй генә сәйәхәттең сәбәбе бик матур - Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе Яңы йыл менән тәбрикләү!
Әлеге мәлдә ҡарттар йортонда 50 ашыу кеше йәшәй. Унда саралар бик йыш уҙғарылмай. Пандемия ваҡытында бигерәк тә тирә-яҡ менән бәйләнеш өҙөлгән кеүек. Был хәлде төҙәтеп, һәр кеше лә байрам кәйефе булһын тип, ҡарттар йортона юлланғандар.
Ололарҙың күңелен күрергә, күстәнәстәр һәм бүләктәр таратырға, етеп килгән байрам менән ҡотларға барғандар унда. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу улар өсөн ысын байрам ойошторҙо.
"Саф һауала рәхәтләнеп бергәләп йырлап, бейеп, үҙебеҙ менән бешереп алып килгән ризыҡтар менән тәмле сәй эстек! Өлкәндәргә бик оҡшаны, маҡсатыбыҙға ирештек! Ололарҙың күҙ йәштәре аша әйткән рәхмәт һүҙҙәре үҙебеҙҙең күңелдәребеҙгә йылылыҡ керетте!" - тиҙәр сәләхтәр.