Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Февраль 2022, 16:06

Үҫмерҙәр, һеҙҙең өсөн!

Июндә Өфөлә финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.

Үҫмерҙәр, һеҙҙең өсөн!Үҫмерҙәр, һеҙҙең өсөн!
Үҫмерҙәр, һеҙҙең өсөн!

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостандың ауыл биләмәләре араһында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса «НЫҠ БУЛ» асыҡ медиа-конкурсын иғлан итә.

Конкурста 10-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала, өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк:

  Социаль ролик;

  Вайн;

  Плакат.

Эштәрҙе үҙаллы, шулай уҡ ижади команда менән эшләргә мөмкин. Темалар төрлө:

  сәләмәт йәшәү рәүеше - уңышҡа юл;

  спортты, туризмды, әүҙем ялды пропагандалау;

  тәмәке тартыуға, алкоголизмға, хоҡуҡ боҙоуға, ҡомарлы уйындар уйнауға ҡаршы тороу.

Эштәрҙе һәм ғаризаларҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Тамыр» төркөмөнә ебәрергә кәрәк.

Беренсе этап 1-нән 25 февралгә тиклем онлайн форматта уҙғарыла.

Жюри икенсе этапта ҡатнашыу өсөн һәр номинация буйынса 5-10 эш һайлап аласаҡ.

Икенсе этапты Өфөлә офлайн форматта, ағымдағы йылдың мартында үткәреү күҙаллана. Конкурсанттар «Тамыр» телеканалына оҫталыҡ дәрестәренә, интенсив-тренингтарға саҡырыласаҡ. Контент булдырыу өҫтөндә эш башҡарасаҡтар.

Өсөнсө этап ағымдағы йылдың апрель-май айҙарында үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусылар үҙаллы конкурс финалы өсөн эштәр башҡарасаҡ.

Июндә Өфөлә финал һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ.

Конкурстың тулыраҡ шарттары, ғариза өлгөһө менән пост аҫтындағы һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин.


Автор:Айнур Акилов
Читайте нас