

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, уларҙа «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалған. Һөҙөмтә шундай:
1-се урында - Әбүбәкер ауылы (80 мең һумға сертификат бирелгән),
2-се урында - Яңы Ергән ауылы (60 мең һумға сертификат),
3-сө урында - Атингән ауылы (50 мең һумға сертификат).
Гран-при иһә - Бәләкәй Арыҫланғолда. Ул Хәйбулла данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Әлеге еңеү өсөн Бәләкәй Арыҫланғолға 100 мең һумға сертификат тапшырылған. Бынан тыш, дүрт ауылға ла, конкурстан тыш, урындағы юлдарҙы ремонтлау өсөн 100 - 500 мең һум аҡса бирергә ҡарар ителгән.
Степной, Ивановка, Сиҙәм ауылдары ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, спортты, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау буйынса иң әүҙемдәре тип табылып, 25-әр мең һум аҡса менән бүләкләнгән. Һамар, Яңы Петровка, Аҡназар, Таштуғай ауылдары иһә махсус призға (бишәр мең һумға сертификат) лайыҡ булған.
«Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым һәм Бәләкәй Арыҫланғол халҡына республика этабында сәләмәт рух, еңеүгә ҙур ынтылыш теләйем», — тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.