Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Февраль 2022, 08:30

Бөтәме был КОВИД-19 тигән нәмә, юҡмы?

Эксперт һүҙҙәренсә, тенденция ил төбәктәрендәге эпидемиологик күтәрелеш кимәленең төрлө булыуына бәйле.

Бөтәме был КОВИД-19 тигән нәмә, юҡмы?Бөтәме был КОВИД-19 тигән нәмә, юҡмы?
Бөтәме был КОВИД-19 тигән нәмә, юҡмы?

Рәсәйҙә COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы дауам итер. Роспотребнадзорҙың Үҙәк Эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары, профессор Наталья Пшеничная ошо хаҡта белдерҙе. Эксперт һүҙҙәренсә, тенденция ил төбәктәрендәге эпидемиологик күтәрелеш кимәленең төрлө булыуына бәйле.

Алыҫ Көнсығыш федераль университетының Биомедицина мәктәбе профессоры Михаил Селканов хәбәр итеүенсә, сирҙең иң юғары нөктәһе февраль аҙағында — март башында көтөлә.

«Март-апрель айҙарында ла ауырыу осраҡтарының күбәйеүе мөмкин. Йәйгә ҡарай сирлеләр кәмеһә, сентябрь-октябрҙә, йәйге ялдан һуң барыһы лаүҙ коллективында эш башлағас, киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороу хәүефе арта», — тип билдәләне ғалим.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас