Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Февраль 2022, 13:15

Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсәбеҙме?

 Һынау  бер йыл дауам итәсәк.  Ә һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?

Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсәбеҙме?Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсәбеҙме?
Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсәбеҙме?

Рәсәйҙә  "Совкомбанк"  ойошмаһы аҙнаһына дүрт көн эшләүгә күскән. 1 ғинуарҙан өйҙән тороп эшләүсе банк хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө ошо режимда эшләй. Был әлегә хеҙмәткәрҙәрҙең биш процентына ғына ҡағыла икән. Эксперимент уңышлы килеп сыҡһа, аҙнаһына 4 көн генә эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр күпселеген тәшкил итәсәк. Һынауҙа банктың ярҙамсы подразделениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Бында һүҙ IT-белгестәр, менеджерҙар тураһында бара. Дүрт көнлөк эш аҙнаһын булдырыу мәьсәләһе хеҙмәткәрҙәрҙең эш һөҙөмтәһенә, бурыстарын нисек үтәүҙәренә бәйле буласаҡ. "Совкомбанк" идараһы директоры Анна Кабулова әйтеүенсә, һынау  бер йыл дауам итәсәк. Унда 1 меңгә яҡын хеҙмәткәр ҡатнаша.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас