Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Февраль 2022, 07:59

Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ

Билдәле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың 110-йыллыҡ юбилейына арналған гастролдәре Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында үтәсәк. Ансамблдең билдәле "визит карточка"ларының береһе - "Зарифа" бейеүе. Башҡорт сәнғәтендә беренсе күмәк бейеү булған "Зарифа" тураһында мәҡәләбеҙҙә уҡығыҙ.

Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡФәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Билдәле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың 110-йыллыҡ юбилейына арналған гастролдәре Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында үтәсәк. Ансамблдең билдәле "визит карточка"ларының береһе - "Зарифа" бейеүе.
 
Башҡорт сәнғәтендә беренсе күмәк бейеү булған "Зарифа" идеяһы юлда тыуған. Фәйзи Ғәскәров Мәскәү – Өфө поезында ҡайтып барғанында яңы бейеү һалыу идеяһы менән яна башлай. Ғөмүмән, Башҡорт АССР-нда бейеү коллективы булдырырға ниәтләй.
 
Тап шул йылдарҙа республиканың 20 йыллығына әҙерләнеү башлана. Шуға күрә Фәйзи Әҙеһәм улы был бейеүҙә йәшлеккә генә хас сафлыҡ, дәрт-дарман, нескә тойғолар сағылырға тейешлеген билдәләй.
 
«Зарифа» — мөхәббәт тарихы
 
Йәйге йылы кис... Уйындың иң ҡыҙған мәлендә ике йәш йөрәк бер-береһенә ғашиҡ була. Шуның өсөн дә бейеүҙә сафлыҡ, шаянлыҡ, ихласлыҡ тойғолары асыҡ ярылып ята.

1939 йылдың 20 мартында тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сыға «Зарифа». Был ваҡиға Башҡорт автономиялы совет социалистик республикаһы барлыҡҡа килеүгә 20 йыл тулыуға арнала. Бейеүҙең тәүге солистары булып Хазина Мағазова менән Ирек Ибраһимов сығыш яһай.
Фәйзи Әҙеһәм улы коллективҡа тәүге көндәрҙән үк юғары талаптар ҡуя. Бейеүҙе башҡарыу ярайһы ауыр: ҡатмарлы хәрәкәттәр генә лә ике тиҫтәнән артыҡ.

Хәрәкәттәрҙең теүәллегенә ирешеү менән бергә ете парҙан торған ансамблдең йылдам ғына эшләүен дә тәьмин итергә кәрәк.

Бейеүҙә ике солистың айырылып тороуы тәбиғи күренеш. Ғәҙәттә, башҡорт йәштәренең осрашып, йырлап-бейеп күңел асыу сараһы – киске уйында һәм башҡа байрамдарҙа башлап йөрөүсе үткер холоҡло, дәртле ҡыҙҙар-егеттәр булған.
 
«Зарифа» — башҡорт коллектив бейеүенең кәүҙәләнеше.
 
«Зарифа» ла башҡорт коллектив бейеүенә хас бөтә һыҙаттар ҙа сағылыш тапҡан. Ул үҙенең стиле буйынса һығылмалы һәм ыҡсым. Уның көсө — нәфислектә.

Талғын да, бер аҙ ҡылансыҡланыу ҙа хас ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендә ҡулдарҙың нескә хәрәкәте төп роль уйнай. Етеҙ аҙымдар, еңел, теүәл тыпырлауҙар кәүҙә һығылмалығы һәм ҡулдарҙың нәфис хәрәкәте менән бергә башҡарыла.

Ир-егеттәр бейеүе тиҙлек, көс-ғәйрәт күрһәтеү йәһәтенән айырылып тора. Йыш осраҡта һыбайлы, оҫта һунарсы, ғәйрәтле баһадир образын һынландыралар.
 
Бейеү сюжетында сағыу, саф мөхәббәт тарихы ята. Солистарға еңел булмаған мәсьәлә йөкмәтелгән. Ҡатын-ҡыҙ партияһын башҡарыусы бейеүсегә башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, баҫалҡылыҡ сифаттарын күрһәтеү мөһим.

— Шул уҡ ваҡытта ым-ишара, хәрәкәт аша ҡыйыу егеткә ҡарата йылы тойғоларын да белдерергә кәрәк. Ә егет күҙе төшкән ҡыҙ алдында тәүәккәл һәм шул уҡ ваҡытта әҙәп һаҡлай, гүзәл затҡа хөрмәтен белдерә, — ти Йәмилә Бикбаева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, «Зарифа» бейеүе солисы.
 
«Зарифа» коллектив бейеүендә — боронғо һыҙаттар
 
«Зарифа» бейеүендә башҡорт мәҙәниәтенең боронғо һыҙаттары сағылған. Ҡыҙҙарҙың түңәрәк яһап әйләнеүе, егеттәрҙең бер һыҙыҡҡа теҙелеүенә лә мәғәнә һалынған.

Тыпырлауҙар, үксә төйөү, бармаҡ шартлатыуҙар яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу өсөн ҡулланыла тип һаналған.

XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарына был хәрәкәттәрҙең боронғо ырымдар менән бәйләнеше өҙөлгән. Дөйөм алғанда, йәштәр башҡарған коллектив бейеүҙәр уйын характерын алған.
 
 
Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Фәйзи Ғәскәров ансамбле гастролдәрендә "Зарифа"ны башҡарасаҡ
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас