+21 °С
Болотло


Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда яңы һөнәри байрамды булдырырға ниәтләйҙәр.
Шулай, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләү тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителә.
Уны 29 октябрҙә булдырыу планлаштырыла. Датаны һайлау тарихи яҡтан нигеҙләнгән: 1991 йылдың 29 октябрендә Башҡорт ССР-ының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторола.