Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк шағиры һәм драматургы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» әҫәре буйынса спектакль әҙерләнә башланы. Көнсығыш мәҙәниәтен батшабикәләр заманынан тасуирлаусы Фәрхәд һәм Шириндың мөхәббәт тарихы беҙҙең көндәрҙә тағы сағыуыраҡ һәм күркәмерәк булып тамашасы күңелен яуларға әҙер. Ҡуйыусы режиссер – Олег Иванов, рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, бейеүҙәрҙе хореограф – Александр Родионов һала. Ролдәрҙә – театрҙың башҡорт труппаһы актерҙары.