Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
4 Февраль 2022, 14:01

Һаман алдайҙар, һаман алданалар

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер пенсионерға мутлашыусы шылтыратҡан, үҙен прокуратура хеҙмәткәре итеп танытҡан. Интернет аша һатып алынған дарыуҙар өсөн 500 мең һум компенсация алыу мөмкинлеге тураһында белдергән. Бының өсөн инкассация хеҙмәте өсөн генә түләргә кәрәк тигән. 63 йәшлек ир банк картаһының бөтә һандарын әйткән, шунда уҡ 158 мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Был хәлде полиция тикшерә.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас