Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Февраль 2022, 14:47

Ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғро

Киләсәктә башҡорт халҡының үҙенсәлеле йолаларын һаҡлау буйынса бик күп ижади осрашыуҙар үтәсәк тип ышандырҙы, «Аҡ инәйҙәр» әүҙемселәре.

Ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғроАта-бабаларыбыҙ васыятына тоғро
Ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғро

Ырымбур өлкәһенең Хабарное ҡасабаһында әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар «Аҡ инәйҙәр» төркөмөн ойошторҙо. Уларҙың төп маҡсаты - ауылда әхлаҡ мәсьәләләрен хәл итең, халыҡ кәсептәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, йәш быуынды халыҡ йолалары рухында тәрбиәләү.

«Аҡ инәйҙәр» ойошмаһына берләшкән ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халҡының рухын сағылдырған төрлө конкурстар, бәйләнгән, сигелгән әйберҙәрҙән, тематик сувенирҙарҙан, төрлө материалдарҙан ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойошторға күҙаллайҙар.

Ошо көндәрҙә Хабарное ҡасабаһында, шулай уҡ, «Нардуған» байрамы үткәрелде. «Аҡ инәйҙәр» сараны башҡорт йолаларын күҙ уңында тотоп, ысын мәғәнәһендә матур һәм йөкмәткеле үткәрергә тырышты. Нардуған - дини байрам түгел, ул ислам дине барлыҡҡа килгәнгә тиклем үткәрелә торған булған.

Нардуған ҡырҡ көндөң береһендә, яҡынса 25 декабрҙән 5 февралгә тиклем байрам ителә. Был ваҡытта көслө һыуыҡтар күҙәтелә, ҡояш сағыу, ғәҙәттән тыш аҡ булыуы күҙәтелә. Риүәйәттәр буйынса, ошо көндәрҙә башҡорттар Йыһанға, Тәңрегә тыныслыҡ, изгелек, именлек, муллыҡ һорап мөрәжәғәт иткән. Был көндәрҙә дошманлыҡ, көнсөллөк, яуызлыҡ тыйылған. Байрам йыр-моң, таҡмаҡтар, бейеүҙәр менән тамамланды.

«Аҡ инәйҙәр» белдереүенсә, бындай саралар башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй, туған телгә һөйөү, халыҡтың юғары мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ, илдең, тыуған яҡтың тарихына, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тойғоһон уята.

Киләсәктә башҡорт халҡының үҙенсәлеле йолаларын һаҡлау буйынса бик күп ижади осрашыуҙар үтәсәк тип ышандырҙы, «Аҡ инәйҙәр» әүҙемселәре.

София Үзбәкова (И. Сәйетгәрәева тәржемәһе)

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас