Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
4 Февраль 2022, 05:45

Бөгөн XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары башлана

Ете спорт төрөндәге 15 дисциплина ярыштарында барлығы 109 миҙал комплекты уйнатыласаҡ.

Бөгөн XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары  башланаБөгөн XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары  башлана
Бөгөн XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары башлана

Бөгөн, 4 февралдә, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары тантаналы асыла.

Рәсәй йыйылма командаһы флагын конькиҙа уҙышыусы Ольга Фәтҡуллина менән хоккейсы Вадим Шипачев күтәреп үтәсәк.

Ярыштарҙа 95 илдән дүрт меңдән ашыу атлет ҡатнаша. Ете спорт төрөндәге 15 дисциплина ярыштарында барлығы 109 миҙал комплекты уйнатыласаҡ.

Башҡортостандан XXIV ҡышҡы Олимпия уйындарында 14 спортсы ҡатнаша. Улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова; “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин, биатлонсы Эдуард Латипов (запастағы спортсы - Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас