

Яңы, уңайлы фатирға күсеү ҡыуанысын яҙып ҡына аңлатыу мөмкин түгелдер. Аллаға шөкөр, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» проекты бихисап кешеләргә ошондай бәхетле минуттар бүләк итә. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы район үҙәгендә Рафиҡов урамындағы 22 фатирлы яңы йортта иҫке баракта йәшәүселәргә һигеҙ фатир бүлеп бирелде. Ауыл халҡы төҙөкләндерелгән торлаҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса алды. Яңы фатирҙа иҫән-һау ҡыуаныслы ғүмер итергә яҙһын.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан