+21 °С
Болотло


70 йәшлек ир урам таҙартып йөрөгәндә, ҡапыл аңын юғалтып, йығыла. Адресҡа юл-патруль хеҙмәте экипажы ебәрелгән, инспекторҙар килгәндә, ир ҡарҙа ятҡан булған.
«Полиция лейтенанты Земфир Ғәзиев һәм полицияның өлкән лейтенанты Илгиз Шаһиморатов уны медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Ишембай үҙәк дауаханаһына килтергән. Шул рәүешле юл патруле инспекторҙары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерен ҡотҡарған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.