+21 °С
Болотло


1932 йылдың 5 февралендә хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында рус труппаһы “Шалҡан” спектаклен ҡуя. Ижади төркөмдөң тәүге етәксеһе Мария Елгаштина була. Өс айҙан башҡорт труппаһы ла барлыҡҡа килә. 1976 йылда ҡурсаҡ театры Октябрь проспектындағы хәҙерге бинаһына күсә. Быйыл бында ҙур реконструкция эштәре башлана. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Өфөнөң 450 йыллығына юбилейлы объекттар исемлегенә индерелде.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/170367-begen-bashkort-deulet-kursak-teatry-asylyuga-90-yyl